

Башҡортостанда мәктәптәрендә ҡышҡы каникул график буйынса – 31 декабрҙә башлана, тип хәбәр итте республика мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин “Электрогазета”ға.
Быға тиклем РФ Мәғариф министрығы етәксеһе Сергей Кравцов 30 декабрҙе уҡытыусылар өсөн ял көнө итеп иғлан итеү-итмәүҙе төбәктәр үҙаллы хәл итә, тип хәбәр иткәйне. Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә мәктәп каникулы пандемия арҡаһында ваҡытынан алда башлана.
Башҡортостанда уҡыусылар ҡышҡы каникулда 31 декабрҙән 16 ғинуарға тиклем ял итәсәк.