Яңылыҡ
24 Декабрь 2021, 03:45

Юғалған йырсы Илнур Ҡәләмов табылыуы тураһында хәбәр иттеләр

Ул ҡайҙа булған?

Юғалған йырсы Илнур Ҡәләмов табылыуы тураһында хәбәр иттеләрЮғалған йырсы Илнур Ҡәләмов табылыуы тураһында хәбәр иттеләр
Юғалған йырсы Илнур Ҡәләмов табылыуы тураһында хәбәр иттеләр

Учалы ҡалаһынан 38 йәшлек йырсы һәм музыкант Илнур Ҡәләмов табылған. Ул ата-әсәһе менән бәйләнешкә ингән, иҫән-һау. Был хаҡта яҡындары социаль селтәрҙә хәбәр итте, тип яҙҙы “Башинформ”.

Уның ҡайҙа йөрөгәнлеге тураһында әлегә хәбәр ителмәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, артист 25 ноябрҙә юғалыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Ул музыка студияһында эшләгән. Йырлай, йырҙар яҙа, аранжировкалар эшләй. Артист республикала «Юлдаш йыры» проекты буйынса ла билдәле.

Һуңғы тапҡыр уны Учалы районы Ураҙ ауылында күргәндәр. Телефонын юғалтҡан. Туғандары полицияға ғариза яҙған. Илнурҙы эҙләүҙә ирекмәндәр ҙә ҡатнашты.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас