Яңылыҡ
28 Декабрь 2021, 06:45

Башҡортостан Башлығы менән ҙур әңгәмә

Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына интервью бирә

Башҡортостан Башлығы менән ҙур әңгәмәБашҡортостан Башлығы менән ҙур әңгәмә
Башҡортостан Башлығы менән ҙур әңгәмә

Бөгөн киске сәғәт 7-лә Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына интервью бирәсәк. Тура эфирҙа йылға йомғаҡ яһап, ҡаҙаныштар, Башҡортостандың үҫеш мөмкинлектәре һәм киләсәккә пландар хаҡында һүҙ барасаҡ.

Пандемия шарттарында республика властары нимә эшләне? Ниндәй проблемалар асыҡланды? Республика ҡайҙа йүнәлеш тота? Башҡортостандың төп киң мәғлүмәт сараларына интервьюһында республика етәксеһе уҙып барған йылдың ваҡиғаларына үҙенең мөнәсәбәте тураһында һөйләргә йыйына.

Тура эфирҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Рәсәй 24, Башҡортостан 24, Сәләм телеканалдарында ҡарағыҙ. «Юлдаш», Рәсәй радиоларында тыңларға, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә республика Башлығының биттәрендә ҡарарға мөмкин.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас