

Республика властары халыҡтың тәбиғи кәмеүен яҡын йылдарҙа туҡтатырға планлаштыра. “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы 2021 йылда халыҡтың тәбиғи кәмеүе 1000 кешегә 6,02 тәшкил итәсәк. Быйыл йәй властар “минус” 1,5 күрһәткесенә өлгәшергә планлаштырғайны, тип яҙа Ufatime.ru.
Документтың алдағы версияһына ярашлы, 2022 йылда халыҡтың кәмеүе 1000 кешегә – 0,9, 2023 йылда 0,3 тәшкил итәсәк. 22 декабрҙә индерелгән яңы үҙгәрештәр буйынса план күрһәткестәре 1000 кешегә ярашлы рәүештә 3,91-гә һәм 1,2-гә арттырылды.
Республика властары демографик көрсөк 2024 йылда туҡтатылыуын күҙаллай. Эксперттар фекеренсә, 2024, 2025 һәм 2026 йылдарҙа халыҡтың тәбиғи артыуы 1000 кешегә 1,6 тәшкил итәсәк. Әйтергә кәрәк, был ярты йыл алдағы план менән сағыштырғанда оптимистик прогноз – 2021 йылды йәйендә был күрһәткес 1000 кешегә 0,4 ине.
Фото: UfaTime.ru