

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – Яңы йыл каникулы, 7 ғинуар – Раштыуа – байрам көндәре.
Ял һәм байрамды һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында 3 ғинуарҙағы ял көнө йәкшәмбенән 31 декабрь йомаға күсерелде.
2022 йылда 1 һәм 2 ғинуарҙағы байрам көндәре шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә, шуға күрә 1 ғинуарҙағы ял көнө – 3 майға, шишәмбегә, ә 2 ғинуарҙағыһы 10 майға, шишәмбегә күсерелә.