

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн һәм киләһе ике көндә республикала һиҙелерлек һыуыта.
28-30 декабрҙә һауа температураһы төндә -18,-23 градустан -22,-27 градусҡаса түбәнәйә, аяҙытҡанда -30,-35, көндөҙ -15,-23. Урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин.
Иҫке йылдың һуңғы көнөндә йылыраҡ һауа массаһы ҡыҫымы аҫтында һыуыҡтар сигенә.
Яҡынса фаразлау буйынса, Яңы йыл төнөндә республикала аномаль һыуыҡ көтөлмәй. Һауа температураһы -10,-15, урыны менән -20 градусҡа тиклем түбәнәйә. Өфөлә -11,-13 градус була. Яңы йылдың тәүге көнөндә һауа температураһының -6,-11, ә Өфөлә -8,-10 градус булыуы көтөлә. Бер аҙ ҡар яуа, урыны менән боҙлауыҡ булыуы ихтимал.