

Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҡарары менән илдә – минималь эш хаҡы күләме 13890 (бығаса — 12700 һум ине) һумға тиклем, ә йәшәү минимумы 12654 һумға тиклем арттырылды. RT хәбәр итеүенсә, был маҡсатта федераль бюджеттан 30 млрд һум тирәһе йүнәлтелә.
Рәсәй вице-премьеры Татьяна Голикова белдереүенсә, йәшәү минимумын һәм минималь эш хаҡын күтәреү һөҙөмтәһендә социаль түләмдәрҙең артыуы Рәсәйҙә йәшәүсе 16 млн тирәһе кешегә ҡағыласаҡ.
6 декабрҙә Владимир Путин 2022 йылда минималь эш хаҡы күләмен 13890 һумға тиклем арттырыу тураһында законға ҡул ҡуйғайны.