Яңылыҡ
1 Ғинуар 2022, 03:45

Аҡ бәхеттәр алып килһен!

Ейәнсураларҙы Яңы йыл менән ҡотланылар

Аҡ бәхеттәр алып килһен!Аҡ бәхеттәр алып килһен!
Аҡ бәхеттәр алып килһен!

Хөрмәтле ейәнсуралар! Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Яңы йыл — үткәндәрҙе, хәҙергене һәм киләсәкте, яҡты хыялдарҙы һәм яңы маҡсаттарҙы бәйләүсе байрам. Беҙ сағыу ваҡиғалар һәм ыңғай үҙгәрештәр көтәбеҙ. Бик тиҙҙән әлеге йыл тарихта тороп ҡаласаҡ. Яңы 2022 йылға аяҡ баҫҡанда беҙ үткәненә йомғаҡтар яһайбыҙ һәм киләсәккә пландар ҡорабыҙ. Йыл ябай булманы, иҡтисади һәм психологик йәһәттән ҡатмарлы булды, ул беҙгә һаулыҡтан һәм яҡындарыңдан, туғандарыңдан мөһимерәк бер нимә лә юҡ икәнлеген күрһәтте. Әммә бөтә ауырлыҡтарға ҡарамай, үтеп барған 2021 йылға рәхмәт әйтке килә, сөнки ул беҙҙе көслө булырға, һәр төрлө хәлдән дә сығыу юлын табырға, хаталарҙы төҙәтергә һәм ҡыйыу эш итергә өйрәтте.

Байрам көндәрендә беҙ һәр ваҡыт яҡындарыбыҙ һәм беҙгә ҡәҙерле кешеләр менән бергә булырға тырышабыҙ. Атай-әсәйҙәребеҙгә иғтибарлыбыҙ, дуҫтар менән шатлығыбыҙҙы теләп уртаҡлашабыҙ, балаларға бәхет теләйбеҙ.

Яңы 2022 йыл һәр йортҡа, һәр ғаиләгә һаулыҡ, мөхәббәт һәм бәхет алып килһен, барыбыҙға ла йәшәйеш шатлығы, тыныслыҡ һәм именлек бүләк итһен, яңы идеялар, әһәмиәтле ваҡиғалар һәм яҡшы үҙгәрештәр осоро булһын. Үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ, алға ба-рығыҙ һәм яҡындарығыҙға һөйөү, йылылыҡ бүләк итергә онотмағыҙ!

Д. ЮЛАНОВ, МР хакимиәте башлығы.

* * *

Хөрмәтле яҡташтар! Һеҙҙе Яңы 2022 йыл менән ҡотлайым!

Яҡынлашып килгән йылда һеҙҙең бөтә изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар юлдаш булһын. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ниәтләгән пландарығыҙ тормошҡа ашыуын теләйем!

Ихтирам менән Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты.

Читайте нас