+24 °С
Ямғыр


Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы, Башгидромет мәғлүмәттәренә таянып, хәбәр итеүенсә, республикала иртәгә, 2 ғинуарҙа, буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, тайғаҡ булыу көтөлә.
Ел көньяҡтан көсәйгәндә секундына 17 м тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндө –6, –11, көндөҙ –1, –6 градус тәшкил итә.