Яңылыҡ
1 Января 2022, 06:45

Минус 3 градусҡа тиклем йылыта, ҡар яуа

Ейәнсурала киләһе өс көнгә һауа торошо прогнозы

Минус 3 градусҡа тиклем йылыта, ҡар яуаМинус 3 градусҡа тиклем йылыта, ҡар яуа
Минус 3 градусҡа тиклем йылыта, ҡар яуа

“Яндекс. Погода” мәғлүмәттәре буйынса, Ейәнсура районында бөгөн көндөҙ бер аҙ, кисен һәм төндә күпләп ҡар яуа. Һауа температураһы көндәҙ –10...–9 градус, төндә –6 градус тәшкил итәсәк. Ел башлыса көньяҡтан көндөҙ секундына 3 м, төндә 4-5 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 2 ғинуарҙа, шулай уҡ күпләп ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Ел көньяҡтан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ –6...–5, төндә –3 градус буласаҡ, тип прогнозлай синоптиктар.

Дүшәмбе, 3 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуа. Ел йүнәлешен үҙгәртеп, көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы кискә ҡарай түбәнәйеп, төндә термометр бағаналары –16 градусҡа тиклем төшөүе көтөлә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас