Яңылыҡ
5 Ғинуар 2022, 03:45

+2 градусҡа тиклем йылыта

Синоптиктар 7 ғинуарға һауа торошо менән таныштырҙы

+2 градусҡа тиклем йылыта+2 градусҡа тиклем йылыта
+2 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостан синоптиктарының мәғлүмәттәре буйынса 7 ғинуарҙа – Раштыуа байрамы көнөндә, республикала епшек ҡар яуа. Айырым райондарҙа буран сыға, боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә.

Юлдарҙа ҡар һырынтылары, тайғаҡ буласаҡ. Ел көньяҡтан, еңелсә, урыны менән көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә –8,–13, көндөҙ +2,–3 градус тәшкил итә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас