Яңылыҡ
5 Ғинуар 2022, 12:45

2022 йыл Рәсәйҙә ниндәй йыл буласағы билдәле булды

Ярашлы указға Владимир Путин ҡул ҡуйҙы

2022 йыл Рәсәйҙә ниндәй йыл буласағы билдәле булды2022 йыл Рәсәйҙә ниндәй йыл буласағы билдәле булды
2022 йыл Рәсәйҙә ниндәй йыл буласағы билдәле булды

#Путин 2022 йыл Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 йылда Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Бындай ҡарар халыҡ сәнғәтен популярлаштырыу, Рәсәй Федерацияһының барлыҡ халыҡтарының һәм этник берләшмәләренең мәҙәни традицияларын, тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын, этномәҙәни күп төрлөлөгөн һәм үҙенсәлеген һаҡлау маҡсатында ҡабул ителде.

РФ хөкүмәтенә ике ай эсендә ойоштороу комитетын булдырыу һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылын үткәреү буйынса төп саралар планын әҙерләүҙе һәм раҫлауҙы тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.

 

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас