

Яңы йыл һәм Раштыуа байрамдарына арналған спорт саралары дауам итә, тип хәбәр итте кисә социаль селтәрҙә Ейәнсура районы йәштәре төркөмө.
4 ноябрҙә Арсен ауылында үткән хоккей турнирында Иҙәш, Үрге Муйнаҡ, Иҫәнғол һәм Арсен ауылдарынан дүрт команда ҡатнашҡан. Сарала ҡатнашыусыларҙы МР хакимиәте башлығы урынбаҫары М. Ваһапов сәләмләгән.
Уйындар бик ҡыҙыу барған. Һөҙөмтәлә Үрге Муйнаҡ командаһы – беренсе, “Һаҡмар” – икенсе һәм Иҫәнғол ауылы командаһы өсөнсө урын яулаған.