Яңылыҡ
5 Ғинуар 2022, 08:15

Һәр йортҡа газ!

Башҡортостанда 100 мең һумға тиклем суммаға “газ сертификаттары” биреү дауам итә.

Һәр йортҡа газ!Һәр йортҡа газ!
Һәр йортҡа газ!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, граждандарҙың ҡайһы бер категориялары йорттарына газ үткәреүгә дәүләттән 100 мең һумға тиклем ярҙам алырға мөмкин. 2021 йылда күрһәтелгән дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы 200 млн һумдан артыҡ тәшкил иткән, был алдағы йылдағыға ҡарағанда 3,5 тапҡырға күберәк.

Газ үткәреүгә 60 һәм 100 мең һумлыҡ сертификаттар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, инвалидтарға һәм күп балалы ғаиләләргә бирелә. Программала ҡатнашыу өсөн өйҙө газ селтәренә тоташтырыу мөмкинлеге шарт булып тора. Был хаҡта һәм кәрәкле документтар тураһында газ компанияһында белешергә мөмкин.

Газ торбаһын участка сигенә тиклем һуҙыу барлыҡ граждандар өсөн дә бушлай. Рәсәй Президенты Владимир Путин иеициативаһы менән булдырылған федераль программа газ таратыу селтәрҙәре булған бөтә тораҡ пункттарға ҡағыла.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас