+23 °С
Облачно


Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан 14 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был ауырыуҙы йоҡторған 235 кеше теркәлгән. 355 пациент һауыҡҡан.
Әле коронавирус менән ауырыусылар һаны 5 меңдән күберәк, 104 кеше дауаханаларға һалынған, 5323 кеше өйҙәрендә дауалана. Ауырыусыларҙың күпселеге 60 йәштән өлкәндәр.