Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
9 Ғинуар 2022, 17:35

Башҡортостанда йәшәүселәр 1 миллиард һумдан артыҡ аҡса отҡан

Республика Рәсәйҙең иң даланлы төбәктәренең береһе.

Башҡортостанда йәшәүселәр 1 миллиард һумдан артыҡ аҡса отҡан
Башҡортостанда йәшәүселәр 1 миллиард һумдан артыҡ аҡса отҡан

Йыл һайын республикала йәшәүселәр лотереяла бер нисә тиҫтә миллион һум аҡса ота, тип яҙа UfaTime.ru.

«Столото» белдереүенсә, 2021 йылда республика буйынса отоштарҙың дөйөм суммаһы 1 миллиард һумдан артҡан. Төбәктә бөтәһе 6 млн лотерея билеттары һатылған. Республиканың 94 кешеһе 500 мең һумдан күберәк отҡан, 51 кеше миллионер булған.

Гослотоның бөтә тарихында иң ҙур отош Өфө кешеһенә эләккән, 2020 йылда ул 132 млн һум отҡан. Былтыр иһә Башҡортостан кешеһе отҡан иң ҙур сумма 12,7 млн һум тәшкил иткән, бәхетле билет июль айында Өфөлә һатып алынған.

Фото: UfaTime.ru

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: