

Сыуалыштар арҡаһында Ҡаҙағстандан ҡайта алмаған рәсәйлеләргә ярҙам итеү өсөн РФ Сит ил эштәре министрлығының ситуация-кризис үҙәге эшләй. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте. Ҡаҙағстандан ҡайта алмаусыларға бөгөн, 9 ғинуарҙа, ярҙам итәсәктәр. Алма-Атанан Иваново һәм Ырымбур ҡалаларына рейстар сәғәт 17.00-дә һәм 18.00-дә ойошторола, тип хәбәр ителә Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге миистрлығының рәсми сайтында.
Рәсәйлеләргә Алма-Атаның халыҡ-ара аэропортында сәғәт 14.00-дә йыйылырға кәрәк, үҙҙәре менән паспорттары булырға тейеш. Уларҙы РФ Оборона министрлығының хәрби-траспорт авиацияһы самолеттары алып ҡайтасаҡ.