Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
9 Ғинуар 2022, 15:05

Яңы штамм табылған!

Был юлы гибрид

Яңы штамм табылған!
Яңы штамм табылған!

Кипрҙа коронавирустың яңы штаммы – омикрон һәм дельтаның гибриды табылған. Был хаҡта профессор Леонтиос Костриккисҡа һылтанма менән РИА Новости хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.

Ғалим әйтеүенсә, уның командаһы пациенттарҙан алынған 25 штамм өлгөләрен тикшергән. Һөҙөмтәлә улар “дельта” һәм “омикрон” мутациялары берләшкән вариант тапҡан.

Кипрҙың һаулыҡ һаҡлау министры Михалис Хадзипанделас “дельтакрон” властарҙа борсолоу тыуҙырмай, тип белдергән.

Фото: "Башинформ".

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: