Яңылыҡ
9 Ғинуар 2022, 07:25

Ҡышҡы селлә башланды

Минус 27 градусҡа тиклем һыуыта

Ҡышҡы селлә башландыҠышҡы селлә башланды
Ҡышҡы селлә башланды

Бөгөн, 9 ғинуарҙа, Башҡортостанда һауа температураһы –10...–15 градус тәшкил итәсәк, урыны менән бер аҙ ҡар яуа.

10 ғинуарҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Төндә урыны менән –27 градусҡаса һыуыта, көндөҙ –9...–16 градус булыу көтөлә.

11 ғинуарҙа бер аҙ ҡар яуа. Төндә һауа температураһы –13...–18, урыны менән –25 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ –8...–13 градус буласаҡ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас