Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
10 Ғинуар 2022, 11:27

Ҡан баҫымын төшөрөү юлдары

Ҡан баҫымы күтәрелеү менән йонсоғандар бихисап. Уларға мотлаҡ табипҡа күренеп, дарыуҙарын даими эсергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта табип менән кәңәшләшеп, халыҡ медицинаһын ҡулланыу ҙа ыңғай һөҙөмтә бирер.

Ҡан баҫымын төшөрөү юлдары
Ҡан баҫымын төшөрөү юлдары

* 2 аш ҡалағы кипкән ҡарағатҡа 1 стакан ҡайнар һыу ҡойола. Һүрән генә утта 10 минут ҡайнатҡандан һуң 1 сәғәт төнәтелә. 1/4 стакан төнәтмәне көнөнә 4 тапҡыр эсегеҙ.

* 100 гр йөҙөмдө иҙеп, өҫтөнә 1 стакан һыу ҡойола. Һүрән утта 10 минут ҡайнатҡандан һуң марля аша һөҙөп, һығып алына.

1-2 аш ҡалағы һутты көнөнә 2 тапҡыр ҡабул итегеҙ.

* 1 аш ҡалағы балды 1 стакан минераль һыуҙа иҙелә, унда йәнә ярты лимондың һуты һығыла.

Һәр иртәлә был "тәмлекәсте" сәй йә ҡәһеүә урынына эсегеҙ. Һау-сәләмәт булығыҙ!

Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: