Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
10 Ғинуар 2022, 18:35

Беҙҙең проект - Рәсәйҙә иң шәп тәжрибә!

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы Башҡортостандың «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проектын иң яҡшы тәжрибә тип таныны

Беҙҙең проект - Рәсәйҙә иң шәп тәжрибә!
Беҙҙең проект - Рәсәйҙә иң шәп тәжрибә!

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы Башҡортостан Республикаһының «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проектын шәхси балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыу буйынса иң яҡшы тәжрибә тип таныны.

Был хаҡта республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда ике йыл «Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты» проекты эшләй (Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала). Йәмғеһе 2000 сертификат тапшырылды.

Был сертификат 2 айҙан алып 3 йәшкә тиклемге балаларға шәхси балалар баҡсаһында урын алыу хоҡуғын бирә. Шәхси балалар баҡсаларына бер бала өсөн айына алты мең һум аҡса бүленә: республика ҡаҙнаһынан – 5 700 һум, урындағы бюджеттан иһә 300 һум.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-09/minprosvescheniya-rossii-priznalo-proekt-sertifikat-doshkolnogo-obrazovaniya-bashkirii-luchshey-praktikoy-2647677

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: