Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
10 Ғинуар 2022, 12:45

"Хохи Далнаш" йәки чеченса ҡыҫтыбай

Чечен халҡы был ризыҡты эс-ҡарындан да, эремсек менән дә бешерә. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә ауыҙ итәйек.

"Хохи  Далнаш" йәки чеченса ҡыҫтыбай
"Хохи Далнаш" йәки чеченса ҡыҫтыбай

Ҡамыр өсөн 700 гр он, сәй ҡалағы тоҙ кәрәгә. Йылымыс һыу менән йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. 

Эслек өсөн: 700 гр эремсек, бер йомортҡа, аш ҡалағы ҡаймаҡ ҡушмаҫҡа ла мөмкин), тоҙ, 3-4 йәшел һуған алабыҙ. Ҡамырҙан бәләкәй шарҙар әүәләп, йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ. Яртыһына эслекте һалып, икенсе яғы менән ҡаплайбыҙ. Ситен ныҡлап йәбештергәс, йәнә йәйә бирәбеҙ ҙә, артыҡ ҡамырын ҡырҡып алып, ҡыҙған ҡоро табала бешерәбеҙ. Әйләндереп, икенсе яғын да бешереп алғас, аҡ май менән майлайбыҙ.

Бына шулай, чеченса ҡыҫтыбайҙар әҙер! Тәмле булһын!

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: