Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
10 Ғинуар 2022, 17:44

Пихта майы

бронхиттан ҡотҡара, тымауҙы бөтөрә, ауыртыуҙы баҫа

Пихта майы
Пихта майы

— Тын юлдары өсөн файҙалы. Уны астма, пневмония, бронхит, грипп ваҡытында ҡулланалар. Йүткергәндә уны арҡаға, күкрәккә һөртөп, еңелсә массажлап ятырға кәрәк.

— Бактерияларҙы юҡ итә. 5 тамсы пихта майын һыу менән ҡушып, аромалампаға һалырға кәрәк. Шул рәүешле ул бүлмәне дезинфекциялай.

— Ауыртыуҙы баҫа, туҡымаларҙы яңырта. Еңелсә яраланғанда, бешкәндә яраға аҡ шыршы майын һөртөп ҡуйһаң, ауыртыу баҫыласаҡ.

— Йүтәл ваҡытында эмалле кәстрүлдә ҡайнап торған һыуға 3–4 тамсы май тамыҙып, башты таҫтамал менән ҡаплап, шифалы парҙы һуларға мөмкин.

— Тымау тейгәндә, танау тишегенә берәр тамсы май тамыҙһаң да файҙаһы тейә. Аҡ шыршы майы йүткерүҙе лә бөтөрә.

— Грипп, ОРЗ, ОРВИ ваҡытында, үпкәләр ялҡынһынғанда, күкрәкте ҡоро туҡыма менән ышҡып, аҡ шыршы майы һөртөп, ябынып йоҡлау ҙа бронхитҡа ҡаршы яҡшы сара булып тора. Бының өсөн һәр 5–6 сәғәт һайын арҡа, күкрәкләрҙе яҡшылап ышҡырға, массаж яһарға кәрәк. Һәр процедуранан һуң ауырыуҙы яҡшылап төрөргә, йөн ойоҡбаш кейҙерергә, өҫтөнә йылы юрған ябырға һәм үләндәрҙең ҡайнар төнәтмәһен эсерергә кәңәш ителә. Иртән һәм кисен пипетка менән тел төбөнә 3–5 тамсы аҡ шыршы йәки кунжут майы тамыҙһаң да файҙаһы теймәй ҡалмаҫ.

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: