Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
10 Ғинуар 2022, 10:25

Йәнә мутлашыу ҡорбаны

Беҙ, ғәҙәттә, оло йәштәге кешеләр мутлашыусы ҡорбаны була тип уйлайбыҙ. Әммә Яңы йыл байрамдары осоронда Иҫәнғолда йәшәүсе 31 йәшлек ҡатын да уларҙың ҡармағына эләккән.

Йәнә мутлашыу ҡорбаны
Йәнә мутлашыу ҡорбаны

Йәш ҡатынға үҙен Сбербанк вәкиле тип танытыусы шылтыратып, мутлашыусыларҙың уның исеменә кредит юлларға маташыуы хаҡында хәбәр итә. Был операцияны сикләргә ярҙам итеү өсөн уларҙың ҡушҡандарын эшләргә кәрәклеген аңлата. Әлбиттә, ҡатында шик тыуа. Ошо мәлдә уға полиция вәкиленән йәнә бер шылтыратыу була. Ул мутлашыусыларҙың эҙенә төшөүҙәре хаҡында әйтеп, ҡатындан уларҙы тоторға ярҙам итеүен үтенә. Ҡатын ышана һәм онлайн аша ғына 246 мең һум кредит алып, уны үҙ ҡулдары менән мутлашыусыларға күсерә. Инде эш башҡарылғас ҡына ул банк вәкиленең дә, полицияның да мутлашыусы булыуын аңлай.

Ул полицияға ғариза яҙа. Был ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Райондаштар! Кеше алдап аҡса эшләүселәрҙең ысулдары бик күп. Улар төрлө яҡлап кешенең ышанысына инергә тырыша. Шуға күрә, зинһар, бындай шылтыратыуҙарҙы етди ҡабул итмәгеҙ. Бәйләнеште өҙөп, банктың "ҡыҙыу линия"һына шылтыратығыҙ!!!

 

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: