Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
14 Ғинуар 2022, 10:05

Яңы башлыҡ тәғәйенләнде

Кисә Күгәрсен районы депутаттары хакимиәт башлығы Ғайса Янбаевтың отставкаһын ҡабул итте.

Яңы башлыҡ тәғәйенләнде
Яңы башлыҡ тәғәйенләнде

Етәксе вазифаһын башҡарыусы итеп, быға тиклем район хакимиәте башлығының финанс, иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары булып эшләгән Азамат Сафиуллин тәғәйенләнде.

Ғайса Янбаев ҙур күләмле аҡса менән мутлашыуҙа ғәйепләнә. 2021 йылдың сентябрендә Өфөнөң Совет районы суды уны был енәйәт буйынса ғәйепле тип тапты һәм 5 йылға шартлы хөкөм итте, дәүләт иҫәбенә 500 мең аҡса ҡайтарыуҙы йөкмәтте. Юғары суд ҡарарҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: