Баймаҡ районының Күсей ауылы халҡы бергәләшеп, үҙҙҙәре аҡса йыйып квадрокоптер һатып алырға кәңәш ҡора. Кәрәкле 100 меңдән ашыу аҡса бер ай эсендә йыйылып, ҡоролма һатып та алына, тип яҙа “Башҡортостан” гәзите сайты.
Күсей ауылы "алтын" өҫтөндә ултыра икән. Рәмиевтар ваҡытынан алып Күсей ауылы эргәһендә алтын приискылары бар, йылдар үтеү менән бында алтын йыуыусылар эшләй. Әммә һуңғы ваҡытта ауылдың тәбиғәтенә, халыҡтың көтөүлек-сабынлыҡтарына ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарған ойошмалар вәхшиҙәрсә хакимлыҡ итә, ерҙе тулыһынса аҡтарып, уны юҡҡа сығара.
Шуға күрә квадрокоптер ауыл халҡына рөхсәт ителмәгән урындарҙа лицензиялары булмаған ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарған ойошмаларҙы күҙәтеү, уларҙы фото һәм видеоға төшөрөп, кәрәкле урындарға ебәреүҙә ярҙам итәсәк.
Фото: Күсей ауылы төркөмө / “Башҡортостан".