Яңылыҡ
27 Ғинуар 2022, 03:35

Ковид таралыуға бәйле, үҫмерҙәр өсөн сикләүҙәр индерелә

Рәсәйҙең бер төбәгендә бәлиғ булмағандарҙы иртәгәнән сикләүҙәр көтә.

Ковид таралыуға бәйле, үҫмерҙәр өсөн сикләүҙәр индереләКовид таралыуға бәйле, үҫмерҙәр өсөн сикләүҙәр индерелә
Ковид таралыуға бәйле, үҫмерҙәр өсөн сикләүҙәр индерелә

Эпидемиологик хәлдең хөртәйеүенә бәйле, 28 ғинуарҙан Санкт-Петербург ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тыйыуҙар индерелә. Был хаҡтағы ҡарарға губернатор Александр Беглов ҡул ҡуйған. Йоманан балаларға зоопаркка, музейҙарға, театрҙарға, циркка, концерт залына, кинотеатрҙарға, бассейнға, фитнес-үҙәктәргә, ябыҡ катоктарға, океанариумға һәм башҡа күңел асыу һәм спорт сараларына, тантаналарға йөрөү тыйыла.

Әлегә 2 мең класс дистанционкаға күсерелһә лә, мәктәптә уҡыуҙар дауам итә. Шулай уҡ мәктәптәге түңәрәктәр ҙә үткәрелә. Ә бына айырым урынлашҡан өҫтәлмә белем биреү объекттары, йәғни балалар үҙәктәре, ижад йорттары барыһы ла дистанционкаға күсә.

Балалар баҡсаларында сирләүселәр күҙәтелмәй, шуға ла улар ғәҙәттәге режимда эшләүен дауам итә.

Ҡалаға “Спутник М” вакцинаһы килтерелгән. Уны эшләтеү – ирекле. Әммә әле үк ата-әсәйҙәрҙең балалары менән вакцина эшләтеүгә сиратҡа тороуы күҙәтелә.

Сикләүҙәр 13 февралгә тиклем дауам итәсәк.

Сығанаҡ: https://komersweb.ru/

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас