Яңылыҡ
30 Ғинуар 2022, 04:30

ТАБИПТАР АПТЫРАП ҠАЛҒАН!

Шулай ҙа тиҙ арала йыйылған консилиум, Рәсәйҙең алдынғы табиптары менән телекүпер 7 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу мөмкинлеге биргән.

ТАБИПТАР БЫНДАЙ ОСРАҠТАН АПТЫРАП ҠАЛҒАН!ТАБИПТАР БЫНДАЙ ОСРАҠТАН АПТЫРАП ҠАЛҒАН!
ТАБИПТАР БЫНДАЙ ОСРАҠТАН АПТЫРАП ҠАЛҒАН!

Киров ҡалаһында тын ала алмай быуылып, бронхитҡа шик менән дауаханаға килтерелгән 7 йәшлек ҡыҙҙың мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоуы асыҡланған - балаға ИНСУЛЬТ булған!

Бындай осраҡ менән тәүгә тап булған табиптар аптырап ҡалһа ла, үҙҙәрен тиҙ ҡулға алып, башҡа белгестәр ярҙамында ҡыҙҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡала. Бөгөн бәләкәй пациент Санкт-Петербург ҡалаһындағы В.А. Алмазов исемендәге милли медицина тикшереүҙәр үҙәгендә реабилитация үтә. Был хаҡта илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

"Мы экстренно собрали команду врачей нашей больницы, а также через телемост подключили специалистов из ведущих медицинских учреждений страны. В результате удалось вывести нашу маленькую пациентку из острого состояния", — рассказала главный врач детской областной больницы в Кирове Наталья Муратова.
Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас