Яңылыҡ
2 Февраль 2022, 06:45

Һары ҡар башҡаса яумаясаҡ

Лабораториялар заводтың хәүефһеҙ булыуын раҫланы

Һары ҡар башҡаса яумаясаҡҺары ҡар башҡаса яумаясаҡ
Һары ҡар башҡаса яумаясаҡ

Сибайҙағы заводтың хәүефһеҙ булыуын өс лаборатория раҫлаған. Был хаҡта Bash.news хәбәр итте.

Уҙған йылда Сибай халҡы "Уралпромтехсервис" предприятиеһы янында һары  ҡарҙың кешеләр һаулығы өсөн зарарлы булыуы мөмкин тип хәүеф белдерҙе. Предприятиеның фильтрҙары таҙартылды һәм алмаштырылды. Һары ҡар өлгөлөре лабораторияла тикшерелде. Хәҙер завод тулы ҡеүәтенә эш башлай. Һауаға бүленеп сыҡҡан матдәләр яңынан тикшереләсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас