Яңылыҡ
2 Февраль 2022, 12:45

ҺУҒЫ ТӘҮЛЕКТӘ – 1205 ЯҢЫ ОСРАҠ

Республикала коронавирус йоҡтороусылар һаны буйынса абсолют антирекорд теркәлде

ҺУҒЫ ТӘҮЛЕКТӘ – 1205 ЯҢЫ ОСРАҠҺУҒЫ ТӘҮЛЕКТӘ – 1205 ЯҢЫ ОСРАҠ
ҺУҒЫ ТӘҮЛЕКТӘ – 1205 ЯҢЫ ОСРАҠ

Башҡортостанда коронавирус менән ауырығандар буйынса абсолют антирекорд теркәлгән — тәүлегенә 1205 яңы осраҡ, тип белдерҙеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте.

Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 134,3 меңгә яҡын сирле теркәлгән.

«Әле 233 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың яртыһынан ашыуы — өлкән йәштәгеләр, 42-һе ауыр хәлдә. Ете меңдән ашыу кеше амбулатор шарттарҙа дауалана, 4,9 меңгә яҡыны — 60 йәштән өлкәндәр», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһынан 18 кеше үлгән. Пандемия башланғандан алып бөтәһе 4,8 меңгә яҡын кеше COVID-19 ҡорбаны булған. Уларҙың 4,1 меңдән ашыуы өлкәндәр — ололар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас