+24 °С
Ямғыр


Ике тәүлектә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эскән килеш руль артына ултырған 70 водителде тотҡан. Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 4 һәм 5 февралдә үткәргән профилактик сараларҙың һөҙөмтәһе шундай, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Шулай уҡ 4,5 меңдән артыҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоу теркәлгән.
Үткән тәүлектә республика юлдарында 7 авария булған, уларҙа 9 кеше йәрәхәтләнгән.