

Һәр йыл башында үткәненә йомғаҡ яһау, иң-иңдәрҙе билдәләү - матур йолаға әйләнгәйне. Быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирусҡа бәйле тыйыуҙар күркәм сараны үткәреүҙе сикләне. Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов муниципаль район хакимиәтенең 2021 йылдағы эшмәкәрлеге, ирешелгән уңыштар, өлгәшелгән һөҙөмтәләр тураһында район Советының 19-сы ултырышында, депутаттар алдында ғына сығыш яһаны. Һәм, әлбиттә, сарала бүләкләүҙәр ҙә булды. Был хаҡта инде тулыраҡ - гәзитебеҙҙә уҡырһығыҙ.