

Ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы, көндөҙ урыны менән елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 10 һәм 11 февралдә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Төндә урыны менән бер аҙ ҡар. Көндөҙ бер аҙ ҡар, айырым райондарҙа буран, юлдарҙа боҙлауыҡ, урыны менән ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 9-14 метр, көндөҙ урыны менән 18 метрға тиклем.
Һауа температураһы төндә -10,-15, аяҙытҡанда -18,-23, көндөҙ -5,-10 градус була.
Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге көндөҙ 500-1000 метр.