"Былтыр, Ағиҙел аша яңы күпер төҙөлөшө тамамланғас та, 1956 йылда сафҡа индерелгән аркалы иҫке күперҙе тулыһынса яңыртыу эштәре башланасаҡ, тип хәбәр иткәйнек. Шулай итеп, 1 мартта ул ябыла. Ремонт 30 айға иҫәпләнгән. Эштәр 2024 йылдың уртаһына тамамланырға тейеш!" - тине Радий хәбиров һәм баш ҡаланың юл инфраструктураһына бәйле үҙгәрештәр тураһындағы мәғлүмәтте халыҡҡа алдан еткереү һәм хәлде ентекле аңлатыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.