Яңылыҡ
19 Февраль 2022, 07:27

Бөгөндән QR-код кәрәкмәй!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быға социаль селтәрҙә аңлатма бирҙе.

Бөгөндән QR-код кәрәкмәй!Бөгөндән QR-код кәрәкмәй!
Бөгөндән QR-код кәрәкмәй!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сауҙа үҙәктәренә, баҙарҙарға, музейҙарға, театрҙарға, кинотеатрҙарға, ресторандарға, кафеларға, фитнес-клубтарға, матурлыҡ салондарында, ҡунаҡханаларға һәм башҡа урындарға барғанда QR-код талап итеүҙе  бөтөрөү тураһында мәғлүмәтте раҫланы. Ул быға социаль селтәрҙә аңлатма бирҙе.

«Ни өсөн быны эшләйбеҙ? Беҙ республикабыҙҙа тейешле коллектив иммунитет сигенә өлгәштек. 18 февралгә ҡарата Башҡортостанда 2 435 545 кеше (вакцинацияланырға тейеш халыҡтың 98 проценты) беренсе компонент менән вакциналанған. Ә 2 289 069 кеше (тейешле халыҡтың 92 проценты) вакциналауҙы тулыһынса (1-се һәм 2-се компоненттар) тамамланған», – тип билдәләне ул.

Шулай уҡ ул 21 февралдән вакцина һалдырғандарҙан һәм ауырығандарҙан тыш, коронавирусҡа антиесемдәре булғандар ҙа QR-код алыу мөмкинлегенә эйә булыуын иҫкә төшөрҙө. Элек был ПЦР-тест ыңғай булған осраҡта ғына мөмкин ине.

Битлек кейеү, инеү урынында температураны үлсәү һәм барлыҡ санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәү мотлаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

 

Сығанаҡ: prufy.ru

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас