Яңылыҡ
22 Февраль 2022, 09:45

Башҡортостан Донбастан эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул итергә әҙерләнә

Бөгөн 2 меңгә яҡын кеше килеүе көтөлә

Башҡортостан Донбастан эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул итергә әҙерләнәБашҡортостан Донбастан эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул итергә әҙерләнә
Башҡортостан Донбастан эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул итергә әҙерләнә

Өфөлә һәм республика район-ҡалаларындағы пансионат, социаль приют һәм шифаханаларҙа ваҡытлыса йәшәү пункттары ойошторола. Эвакуацияланған халыҡ өсөн әйберҙәр йыйыу бара, тип хәбәр итә Bash.news.

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, “Ғаилә” үҙәктәрендә бәләкәй балалары булғандар өсөн төрлө кәрәк-яраҡ ҡабул ителә.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе янында булдырылған йәмәғәт штабында ла гуманитар ярҙам ҡабул ителә. Халыҡ кейем-һалым, аҙыҡ-түлек, гигиена тауарҙары, башҡа кәрәк-яраҡ алып килә. Юристар эвакуацияланған халыҡҡа хоҡуҡи ярҙам күрһәтергә әҙер. Рәсәй юристары ассоциацияһы сайты аша мөрәжәғәт итергә була.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас