Яңылыҡ
26 Февраль 2022, 07:45

Көнкүреш техникаһы ҡиммәтләнгән

Ҡайһы бер магазиндарҙа көнкүреш техникаһына хаҡтар 30 процентҡа артҡан

Көнкүреш техникаһы ҡиммәтләнгәнКөнкүреш техникаһы ҡиммәтләнгән
Көнкүреш техникаһы ҡиммәтләнгән

Украиналағы хәл-торошҡа бәйле Рәсәйҙең ҡайһы бер магазиндарында көнкүреш техникаһына һәм электроникаға хаҡтар арта, тип хәбәр итә “Башинформ” федераль киң мәғлүмәт сараларына һылтанма менән.

Мәҫәлән, DNS компанияһы ритейлерында хаҡтар 30 процентҡа артҡан, тип хәбәр иткән селтәр директоры Дмитрий Алексеев. Ул хаҡтар ҡиммәтләнеүен тауарҙарға ихтыяж ныҡ артыуы менән аңлатҡан.

Ҡайһы бер эксперттар хаҡтар артыуын шул иҫәптән 8 март алдынан ғәҙәттәгесә ихтыяж көсәйеүе менән бәйләй. Икенселәр, тауарҙарҙың яңы партияларына хаҡ күтәрелгән, тип иҫәпләй.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас