Яңылыҡ
27 Февраль 2022, 04:35

Төшкө аш өсөн - 108 мең һум?!

Башҡортостандан Себергә эшкә барған 58 йәшлек ир кафеға инеп ашап сыҡҡансы шул тиклем аҡсаһынан "ҡолаҡ ҡаҡҡан".

Төшкө аш өсөн - 108 мең һум?!Төшкө аш өсөн - 108 мең һум?!
Төшкө аш өсөн - 108 мең һум?!

Был хәл Нижневартовск ҡалаһында булған. Һуҡмыш ир кафела тамаҡ ялғап алғас, иҫәпләшкәндә, күҙе насар күреү сәбәпле, официант ҡыҙҙан ярҙам һораған. Уныһы ирҙең телефонын алып, бер аҙ булышҡас, кире ҡайтара.

Ир кафенан сығып, таксиға ултыра. Такси өсөн иҫәпләшкәндә ул банк иҫәбенән 108 мең һум аҡсаһы юғалыуын күреп ҡала. Кафеға кире бара, әммә уға аҡсаны ҡайтарырға баш тарталар. Ир полицияға мөрәжәғәт итә. Хоҡуҡ һаҡсылары эштең нимәлә икәнен тиҙ аңлай. Официантка ысынлап та юғалған сумманы үҙенең иҫәбенә күсергән булып сыға. Икенсе илдән эшләргә килгән был ҡатынға енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас