Яңылыҡ
2 Март 2022, 05:15

Минус 15 градусҡа тиклем һыуыта

Синоптиктар киләһе өс көнгә Башҡортостанда һауа торошо прогнозы менән таныштырҙы

Минус 15 градусҡа тиклем һыуытаМинус 15 градусҡа тиклем һыуыта
Минус 15 градусҡа тиклем һыуыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала аяҙлы-болотло була. Яуым-төшөм көтөлмәй, урыны менән томан төшә, боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡайһы бер участкаларҙа тайғаҡ буласаҡ. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, секундына 0-5 м тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ –4...+1, таулы райондарҙа +4 градусҡа тиклем.

3 мартта төбәктә яуым-төшөмһөҙ була. Ел көньяҡтан, еңелсә. Һауа температураһы төндә –10...–5 градус, аяҙығанда –15 градусҡа тиклем һыуыҡ. Көндөҙ –3...+2, таулы райондарҙа 5 градусҡа тиклем йылыта.

4 мартта урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан, еңелсә. Төндә  –9...–4, аяҙығанда –14 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ –2...+3 градус.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас