

Американың Visa һәм Mastercard финанс корпорациялары үҙҙәренең сайттарында Рәсәйҙә эшләүҙәрен туҡтатып тороу тураһында рәсми хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”. Ике корпорация ла, бындай ҡарарҙың сәбәбе – Рәсәйгә ҡаршы индерелгән санкциялар, тип белдерҙе
«Эта мера подразумевает, что карты, выпущенные российскими банками, больше не будут поддерживаться системой Mastercard. Также на территории России не будут работать карты Mastercard, выпущенные за пределами страны», - тиелә сайтта.
Visa ла шундай уҡ мәғлүмәт бирә. Операцияларҙы тергеҙеү буйынса эште корпорациялар был урынлы булғанда һәм закон менән рөхсәт ителгәндә башлаясаҡ.
Билдәле булыуынса, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар арҡаһында илдә тиҫтәләгән сит ил компаниялары эшен туҡтатты.
Фото:Олег Яровиков/"Башинформ"