Яңылыҡ
10 Март 2022, 09:15

Балаларға яңы пособие тураһында аңлатма бирҙеләр

Хеҙмәт министрлығынан 8-16 йәшлек балалар өсөн яңы пособие тураһында хәбәр иттеләр

Балаларға яңы пособие тураһында аңлатма бирҙеләрБалаларға яңы пособие тураһында аңлатма бирҙеләр
Балаларға яңы пособие тураһында аңлатма бирҙеләр

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығында 8-16 йәшлек балалар өсөн яңы пособие тәғәйенләүгә аңлатма бирҙеләр, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Бынан алда Президент Владимир Путин 1 апрелдән Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләргә яңы айлыҡ түләү индерелеүе хаҡында иғлан иткәйне.

«Яңы түләү шарттары менән ҡарар әлегә юҡ. Тәғәйенләү ҡағиҙәләре менән документ әҙер булғас, хәбәр итербеҙ», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Әлеге ваҡытта яңы түләү алыу өсөн ғариза бирергә ярамай. Хеҙмәтте 2022 йылдың 1 майынан Дәүләт хеҙмәттәре аша йәки шәхсән алырға мөмкин. Пособие апрель айы өсөн дә түләнә.

Рәсәйҙең хеҙмәт министры Антон Котяков һүҙҙәренсә, түләүҙең күләме — төбәктә бала өсөн йәшәү минимумының 50%, 75% йәки 100%. Уртаса алғанда, 6-12 мең һум.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас