Яңылыҡ
11 Март 2022, 13:05

РФ Генпрокуратураһы Instagram селтәренә инеү мөмкинлеген ябыуҙы талап итә

Был Meta (Facebook, Instagram һәм What'sapp) компанияһының компания сәйәсәтенә индергән ҡайһы бер үҙгәрештәргә бәйле.

РФ Генпрокуратураһы Instagram селтәренә инеү мөмкинлеген ябыуҙы талап итәРФ Генпрокуратураһы Instagram селтәренә инеү мөмкинлеген ябыуҙы талап итә
РФ Генпрокуратураһы Instagram селтәренә инеү мөмкинлеген ябыуҙы талап итә

Компания индергән үҙгәрештәргә, уның ҡағиҙәһенә ярашлы, хәҙер Meta майҙансығында (ә ул үрҙә әйтеп үтелгән селтәрҙәр) рәсәйлеләрҙән үс алырға саҡырырға мөмкин. Быны ойошма етәкселеге раҫлай һәм дөрөҫләп, һүҙ Рәсәй хәрбиҙәре тураһында барыуын белдерә.

Рәсәйҙә был яңылыҡҡа Хөкүмәт, Роскомнадзор һәм шулай уҡ хоҡуҡ органдары ла яуапһыҙ ҡалманы. Хәҙер һүҙ был платформаларҙы блокҡа ҡуйыу ғына түгел, уларҙың экстремистик йүнәлештә булыуын таныу тураһында һүҙ бара. Әгәр ҙә шулай була ҡалһа, был, инде бөтә халыҡ күнегеп бөткән соц.селтәрҙәр беҙҙең ил өсөн ябыласаҡ.

Тимәк, Телеграмға рәхим итегеҙ!

Әйткәндәй,  беҙҙең Телеграм-каналға яҙылығыҙ! Һылтанма: https://t.me/Etandari

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас