

Ильвир ҒәлләмовКушнаренко районы Ҡалтай ауылында тыуған, Ауылында урта мәктәпте тамамлағас, Ҡазан юғары танк команда училищеһында уҡый. 2020 йылдан контракт буйынса хеҙмәт итә. Хәрби булараҡ, ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәп, Украинала барған махсус операцияла һәләк була. Бөгөн ауылдаштары яугирҙе һуңғы юлға оҙатты. Яугирҙең ҡатыны, ата-әсәһе ҡалды.
Һуңғы юлға оҙатыу сараһында Республика Башлығы ла ҡатнашты. Ул офицерҙың яҡындарына тейешле иғтибар бирергә,хәстәрлек күрергә ҡушты.