+24 °С
Дождь


Мәскәү ҡалаһындағы был хәл, бәлки, шым ғына үтеп тә китер ине. Әммә ир яңылыш аҡсаһын ташлағанын аңлап, сүп-сар контейнерына сығыуға, миллиондарҙан - "елдәр иҫкән"! Был арала әҙем-күпме түгел, 3 сәғәт ваҡыт үтеп киткән була. Кредитын ваҡытынан алда ябырға тип әҙерләгән аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан иргә полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалмай. Әле хоҡуҡ һаҡсылары "миллионер"ҙы эҙләй.