Яңылыҡ
6 Апрель 2022, 04:45

Беҙҙекеләрҙе асыуландырмағыҙ!

Ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина Бөтә донъя шашка Федерацияһының донъя рейтингынан алына.

Ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина Бөтә донъя шашка Федерацияһының донъя рейтингынан алына. Бөтә донъя шашка Федерацияһы күптән был исемде йөрөтөргә хоҡуғы юҡ. Былтыр Варшавала партия барышында Тамара Танһыҡҡужина өҫтәленән Рәсәй флагын алып ташлап аптыратҡайнылар. Европа шашка Федерацияһының элекке президенты Яцек Павлицкий Польшаның спорт министры талабы буйынса быны эшләүе мәғлүм була. Тамара Танһыҡҡужина финалда Польша спортсыһы Наталья Садовская менән уйнай. Ойоштороусылар иһә ошо рәүешле яҡташыбыҙҙың уйынын боҙорға ниәтләп, спортсының кәйефен төшөрә. Был еңеү еңел бирелмәй. Тамара Танһыҡҡужина етенсе тапҡыр чемпион исемен яулап, донъяның иң көслө шашкасылары исемлегенә лайыҡлы инә.

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас