Яңылыҡ
6 Апрель 2022, 10:50

Яҙғы һунар миҙгеле асыла

Башҡортостанда махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә һыу һәм урман ҡоштарына яҙғы һунар миҙгеле асыла.

Яҙғы һунар миҙгеле асылаЯҙғы һунар миҙгеле асыла
Яҙғы һунар миҙгеле асыла

 

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 9 апрелдән 18-енә тиклем һунар итергә була.


«Күләш» айырым структур бүлексәһе биләмәһендә һунар өсөн рөхсәт ҡағыҙын теләгән һәр кем алырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн 8(347) 276-85-55 номеры буйынса дирекцияның участка инспекторы Галина Евдищенкоға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Башинформдан. 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас