Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
14 Апрель 2022, 11:45

Водителдәр өсөн шәп яңылыҡ

Был яңылыҡ 5 миллиондан артыҡ автомобиль йөрөтөүселәргә ҡағыла

Водителдәр өсөн шәп яңылыҡ
Водителдәр өсөн шәп яңылыҡ

2022 һәм 2023 йылдарҙа ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән йәки үтәсәк водитель таныҡлыҡтары 3 йылға оҙайтыла. 

Был яңылыҡ шәхси автомобиль йөрөтөүселәргә лә, эш буйынса йөрөүселәргә йәки эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә лә ҡағыла. Хәҙер 3 йыл дауамында «ваҡыты үткән» водитель таныҡлығын алмаштырыу талап ителмәй - улар автоматик рәүештә ғәмәлдә булыуын дауам итәсәк.

Рәсәй Эске эштәр министрлығы белдереүенсә, водитель таныҡлығының ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу  5 миллиондан ашыу водителгә киләһе 3 йылда бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ транспортҡа идара итеү мөмкинселеген бирәсәк. 


Был башланғысты Рәсәй Эске эштәр министрлығы Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә тәҡдим итте. Ул граждандар һәм бизнес өсөн административ эште кәметеүгә йүнәлтелгән.

#ОбъясняемРФ #ОбъясняемБашкортостан

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: