Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
18 Апрель 2022, 12:45

Әбйәлил районында ни өсөн балыҡтар күпләп үлгән

Белгестәр балыҡтарҙың күпләп үлеүенең ихтимал булған сәбәбен атаны

Әбйәлил районында ни өсөн балыҡтар күпләп үлгән
Әбйәлил районында ни өсөн балыҡтар күпләп үлгән

Әбйәлил районында быуала балыҡтарҙың күпләп үлеүе 16 апрелдә теркәлгән. Был хәл тураһында Таштуй ауылы халҡы хәбәр иткәйне. Улар социаль селтәрҙәрҙә балыҡтарҙың һәм һыу йәнлектәрен күпләп ҡырылыуын күрһәткән фотолар һәм видео менән уртаҡлашты.

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, 17 апрелдә урынға республика Экология министрлығының Белорет территориаль комитеты белгестәре барған. Бөгөн үткәрелгән экспертиза һөҙөмтәләре билдәле булған. Уларға ярашлы балыҡтарҙың күпләп үлеүенең ихтимал булған сәбәбе – ҡышын боҙ аҫтында тонсоғоу.

«В рамках рассмотрения информации по факту гибели рыбы в пруду деревни Таштуй Абзелиловского района проведено обследование водоохранной зоны пруда с отбором проб. Результаты аналитического контроля показали, что вода в пруду соответствует нормативам предельно допустимых концентраций вредных веществ в водах водных объектов рыбохозяйственного значения. При осмотре источники возможного влияния на водный объект не выявлены. Возможная причина гибели рыбы зимний замор», — тип хәбәр иткәндәр ведомствола.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: