Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
18 Апрель 2022, 15:15

Республика хөкүмәтендә үҙгәрештәр

Башҡортостандың республика менән идара итеү үҙәгендә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров кадрҙар үҙгәреше тураһында хәбәр итте.

Республика хөкүмәтендә үҙгәрештәр
Республика хөкүмәтендә үҙгәрештәр

Вице-премьер Азат Бадранов Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Сибай ҡалаһының элекке мэры Рөстәм Афзалов хәҙер республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһында эшләй. Сибай хакимиәте башлығы вазифаһын әлегә Гүзәл Ишемғолова башҡара.

Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнде. Радий Хәбиров белдереүенсә, ул хәҙер һаулыҡ һаҡлау һәм социаль яҡлау мәсьәләләренә кураторлыҡ итәсәк. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһы Максим Забелин төбәк Башлығының хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнгәндән һуң вакантлы ине.

Башҡортостандың тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыу хәҙер Нияз Фазыловҡа йөкмәтелде. Ул 2021 йылдың апреленә тиклем БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетын етәкләне, унан һуң тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары булып эшләне.

Быға тиклем тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры булып эшләгән Урал Искәндәров Башҡортостан Башлығы ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: