Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡ
22 Апрель 2022, 19:05

Май байрамдарында ял итеү сәбәпле ҡайһы бер түләмдәрҙе алданыраҡ аласаҡбыҙ

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын, шулай уҡ Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле майҙың тәүге ике эш аҙнаһы ҡыҫҡа була.

Май байрамдарында ял итеү сәбәпле ҡайһы бер түләмдәрҙе алданыраҡ аласаҡбыҙ
Май байрамдарында ял итеү сәбәпле ҡайһы бер түләмдәрҙе алданыраҡ аласаҡбыҙ

Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын, шулай уҡ Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле майҙың тәүге ике эш аҙнаһы ҡыҫҡа була. Шуға күрә пенсияны һәм социаль түләүҙе Рәсәй почтаһы бүлексәләрендә алыусыларға аҡса алдараҡ — 3 майҙан 7-һенә тиклем килтерелә, тип хәбәр иттеләр Хеҙмәт министрлығынан.

Байрам көндәрендә аҡсаның ҡайһы көндәрҙә түләнгәнен һылтанма буйынса, шулай уҡ йәшәгән урын буйынса почта бүлексәһендә белергә мөмкин.

«11 майҙан социаль түләүҙәр ғәҙәти графикка ярашлы таратыла», — тип белдерҙеләр Башҡортостан Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Яҙ һәм хеҙмәт байрамы һәм Еңеү көнө уңайынан биш көнлөк эш аҙнаһында быйыл 30 апрель, 1, 2, 3, 4 , шулай уҡ 7, 8, 9, 10 май ял һәм байрам көндәре булып тора. Шул уҡ ваҡытта йома 29 апрелдә һәм 6 майҙа эш көнө ҡыҫҡармай. https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-04-22/v-mae-zhiteli-bashkirii-poluchat-pensii-i-drugie-vyplaty-dosrochno-mintrud-2780606

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: